Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
11 Март , 11:25

Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Бөгөн тейешле указға ҡул ҡуйылды.

Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо
Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо

- Мәҙәниәт буйынса советта Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр булды. Беҙ Әминә Ивний ҡыҙы (Шафиҡова прим. ред.) менән ниндәй потенциалыбыҙ барлығын тикшерҙек. Мәктәптәр ҙә, артистар ҙа бик көслө, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө тип иҫәпләргә мөмкин.

Радий Хәбиров мәҙәниәт министрына Республика көнөндә «беҙ ошо ансамблдең ижадынан ләззәт алһын өсөн коллективтың базаһын тиҙ арала формалаштырырға йөкләмә бирҙе.
 
Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо
Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо
Автор:
Читайте нас: