Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Май 2023, 15:50

«Әр-Рәхим» мәсетенең көслө ел алып ташлаған көмбәҙе ҡуйыласаҡ

Көмбәҙҙе тергеҙеүҙең яҡынса ваҡыты аталған.

«Әр-Рәхим» мәсетенең көслө ел алып ташлаған көмбәҙе ҡуйыласаҡ
«Әр-Рәхим» мәсетенең көслө ел алып ташлаған көмбәҙе ҡуйыласаҡ

Баш ҡаланың «Әр-Рәхим» мәсетенең көмбәҙен май аҙағына тиклем ҡуйырға йыйыналар. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 100 метрҙан ашыу бейеклектә монтажлау өсөн башня краны кәрәк. Әле эшселәр кран өсөн майҙансыҡ әҙерләй. Көмбәҙҙе Өфөгә киләһе аҙнаның башында килтерәләр.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-18/f-l-r-r-him-m-setene-k-mb-en-may-a-a-ynasa-uyyr-a-yyyynalar-3263421

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: