Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
18 Март 2025, 09:15

Һуғыштан һуң 80 йыл үткәс өфөләр юғалған туғандары тураһында мәғлүмәт таба

15 мартта Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай»тип аталған акция үтте. Сара сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы онлайн-эҙләү ойошторолдо.

Һуғыштан һуң 80 йыл үткәс өфөләр юғалған туғандары тураһында мәғлүмәт таба
Һуғыштан һуң 80 йыл үткәс өфөләр юғалған туғандары тураһында мәғлүмәт таба

«Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияһы Матбуғат йортонда үтте. Ойоштороусыһы-«Ватандаш»республика ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм әҙәби-нәфис журналы, Башҡортостан Республикаһындағы «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе ағзалары. Тап улар бөгөн юғалған геройҙарҙы эҙләүҙә ярҙам итә.

«Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева журналдың тәүге тапҡыр ошондай акцияны уҙған йылда уҙғарыуы хаҡында һөйләне. Шул саҡта дүрт кешене таба алғандар. Һәм бына бөгөн яңы, ҙур күләмле акция.

«Обелиск» эҙләү отряды командиры Елена Вязовцеваға һүҙ:

- Беҙҙең акция Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм юғалғандар тураһында мәғлүмәт эҙләүгә арналған «һалдат Яҙмышы» федераль акцияһы сиктәрендә туғандарының заявкалары буйынса үтә. Беҙҙә бланктар бар, уларҙа туғандар яҡындары тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт яҙа, һәм беҙ асыҡ документтар базаһы ярҙамында кешене табырға тырышабыҙ. 1916 йылда тыуған яугирҙы таптым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә уның ҡайҙа һәләк булыуын тулыһынса тергеҙә алманым, әммә уның ниндәй хәрби часта хәбәрһеҙ юғалғанын асыҡлай алдым. Рәсми рәүештә ул 1941 йылдың ноябрендә юғалған. 1941 йылдың ноябрендә тигәнем нимә аңлата? Кешене юғалған тип таныу өсөн өс–алты ай көтәләр, йәғни ысынында ул август-сентябрь айҙарында һәләк булыуы ихтимал. Был хәлдең ҡайҙа булғанын аңлар өсөн немец документтарын да ҡарарға тырышырға мөмкин.

Беҙгә мөрәжәғәт иткәндә исем һәм фамилия яҙыу транскрипцияһын дөрөҫ үтәү мөһим. Ул ваҡыттағы документтарҙа мосолман исемдәрен яҙыуҙа хаталар була.

Матбуғат йортонда иҫтәлеккә фото. Бөгөн геройҙарҙы Башҡортостан Республикаһындағы «Рәсәйҙең Эҙәрмәндәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе ағзалары эҙләне.

Акцияны "Ватандаш" журналы мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева уйлап сығарҙы һәм ойошторҙо.

"Ватандаш" журналында ни бары ете хеҙмәткәр эшләй. Тап улар бөгөн беренсе булып килеүселәрҙе ҡабул итте һәм тәүге анкетаны төҙөнө.

Бөгөн эҙләү отрядының күргәҙмәһе эшләне.

Германия союздаштары каскалары (Норвегия, Чехия, Голландия, Франция, Италия...).

Совет һалдаты каскаһы.

Сират барлыҡҡа килде.

Ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған хатты уҡырға мөмкин булды. Һуғыштан һуң һалдаттың һәләк булыуы тураһында хатты хеҙмәттәше яҙған.

Матбуғат Йортонда Акция дауам итәсәк.

Молодёжная газета

Автор:
Читайте нас