Тыл хеҙмәтсәндәре, ауыр шарттарҙа фронтты бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеп, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Уларҙың һуғыш мәлендә, һуғыштан һуңғы осорҙа, еңеү һәм илебеҙҙең тыныс киләсәге өсөн индергән өлөштәре оло баһаға лайыҡ.
-Ғылмитдин Ғызмитдин улы тыуған ере мәнфәғәте өсөн оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тырышлығы, күркәм холҡо менән ауылдаштарының хөрмәтен яулаған. Тормош иптәше Шәүрә Йәмлиха ҡыҙы менән 8 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ғылмитдин Ғызмитдин улын ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡындарының хөрмәтен һәм игелеген күреп бәхетле ғүмер итеүен теләйем! -тип изге теләктәрен еткерҙе Рәмил Миңлеәхмәт улы.