+1 °С
Болотло
Эш көнөнөң аҙағында тәндәрҙе яҙып алайыҡ тип коллектив менән физкультура комплексына юл тоттоҡ. Урындан оҙонлоҡҡа һикереү, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, турникта күтәрелеү, пневматик винтовканан атыу, гер күтәреү, 60 метрға, 1 саҡрымға йүгереү һәм башҡа төрҙәр буйынса үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Барыһы ла судьялар тарафынан теркәлде.
Шөкөр, яҡшы физик әҙерлек күрһәттек һәм ГТО-ның һынауҙарын уңышлы үттек)
Барығыҙҙы ла физкультура менән шөғөлләнергә, ГТО нормаларын әүҙем тапшырырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡырабыҙ.