

Əсəйебеҙ 1956 йылда Баймаҡ районы Мəтем ауылында 9 балалы ғаилəлə 4-се бала булып тыуған. Ишей ауылында 8 йыллыҡ мəктəпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға керə. Унан һуң юллама менəн үҙе күптəн барырға хыялланған атаһының тыуған яғы - Бөрйəн районы Байғаҙы ауылына йүнәлтелә. Башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшкə килгән йәш белгесте мәктәптә ҡуш ҡуллап ҡаршы алып, башҡорт теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы, класс етəксеһе һəм пионервожатый итеп ҡуялар. Үҙенең хеҙмəт юлында ул уҡытыу һəм тəрбиəлəү эше буйынса урынбаҫар, директор булып эшлəп хаҡлы ялға сыҡты. Яратып башҡарған хеҙмәте " Өлкəн уҡытыусы" исеме һəм "Фиҙаҡəр хеҙмəте өсөн" миҙалы менән баһаланды.
Әсәйебеҙ атайыбыҙ менəн ғаилә ҡороп, 3 балаға ғүмер биреп, уҡытып, тəрбиəлəп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Уларҙың бер-береһенә тиң булып йəшəүҙəренə, Алла бирһə, 2027 йылдың ғинуар айында 50 йыл тула.
Юбилей сараһына Зәлифә Фитрат ҡыҙын хөрмәтләп бик күп ҡунаҡтар килде: район мәғариф бүлеге етəксеһе Ғəллəмова Гөлназ Абдулхай ҡыҙы, Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мəктəбенең кадрҙар менəн эшлəүсе белгесе Балдыбаева Раушания Абдулбарый ҡыҙы, Байғаҙы мәктәбе филиалы етəксеһе Рəхмəтуллина Разалия Əғзəм ҡыҙы, Байғаҙы ауылы хакимиəте башлығы Мəжитов Азат Ғəли улы, ауылдың ветерандар советы рәйесе Динисламова Хəнə Ишморат ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сабитова Нəзирə Ғүмəр ҡызы, коллегалары, мəктəп хеҙмəткəрҙəре, ауылдаштар, ғаилə дуҫтары, туғандар һəм төрлө райондарҙан үҙенең уҡыусылары йыйылды. Бик теләп тә килә алмаусылар видеояҙмалар менəн йылы ҡотлау һүҙҙəрен еткерҙе. Форсат табып өйгə килеп ҡотлаусылар ҙа байтаҡ булды. Кисә барышында юбилярҙың коллегалары уның емертеп эшлəүен һəм ҡалғандарҙы ла эшлəтə белеүен, үҙҙəре өсөн үрнəк, ғəҙел һəм талапсан булыуын телгə алдылар. Бергə башҡарылған эштəр өсөн ғорурланып, хөрмəтлəп, рəхмəт һүҙҙəрен еткерҙелəр. Ə уҡыусылары иһə беренсе уҡытыусыларының кəңəштəре, тормош һабаҡтары əлеге ҙур тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, батыр, тырыш, ғəҙел һəм изгелекле булырға, тормошҡа дөрөҫ йүнəлеш биреп, үҙ һөнəрҙəрен табырға ярҙам итеүе, йылы һүҙҙəре, оло йөрəге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ һәр класс дуҫ, татыу булып, əле лə бəйлəнештəрен өҙмəй, берҙəм булыуҙарында хөрмәтле уҡытыусыларының хеҙмәт емеше булыуын белдерҙеләр. Сараға килə алмаған уҡыусылар йөрəк түренəн сыҡҡан йылы рəхмəт һүҙҙəрен үҙҙәренең əсəлəре аша еткерҙе. Юбилярҙы ҡотлап музыкаль күстəнəс менəн килеүселəр ҙə булды.
Уҡытыусы өсөн хеҙмəтеңдең емештәрен күреп, ихтирамға лайыҡ булыуҙан да ҙурыраҡ баһа юҡтыр!
Ошо сараны ойоштороусы Иҫəнбаева Зилə Кинйəбай ҡыҙына, ҡатнашҡан барлыҡ ҡунактарға, ауылдаштарға, туғандарға, мəҙəниəт йорто хеҙмəткəрҙəренə, кисəне йəмлəп үҙҙəренең йыр-бейеүҙəре менəн ҡыуандырған ағинəйҙəргə, "Гəлсəр"ансамбленə һəм дə сəй табыны əҙерлəргə ярҙам иткəн апай-инəйҙəргə ғаилəбеҙ исеменəн ҙур рəхмəтебеҙҙе белдерəбеҙ! Һәммәбеҙгә лә һау-сəлəмəт булып, бəрəкəтле мул тормошта, татыулыҡта, берҙəм булып йәшәргә яҙһын!
Нәркәс Көмөшбаева.