

Тирмәне тантаналы асыу сараһына - Динар һәм Динара Байегетовтарҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Хәйбуллина, "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Бейембәтов, Кейекбай ауыл биләмәһе башлығы Азамат Алтыншин, Ырғыҙлы ауыл биләмәһе башлығы Ильвир Сәйфуллин, башҡорт тирмәһе һәм этнография буйынса белгес-консультант Алина Иманғолова, Ғәҙелгәрәй ауылының "Йәнбикә" фольклор ансамбле, "Башҡортостан" милли паркы вәкилдәре, туристар һәм башҡа ҡунаҡтар йыйылды.
Сәләмләү һәм ҡотлау сығыштарынан һуң Динара Байегетова тирмә эсенә ҡуйыу, фотоға кейеп төшөү өсөн алынған башҡорт милли кейемдәре менән таныштырҙы. Сараны "Йәнбикә" фольклор ансамбле таҡмаҡтар, Сафия Һөйөшева "Һомай" бейеүе менән биҙәне. 6 йәшлек Аня Евграфова "Урал батыр" эпосынан оҙон өҙөк һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы.
Башҡорт тирмәһендә ҡунаҡтар һәм туристар башҡорт халҡының боронғо көнкүреше, мәҙәниәте, йәшәү рәүеше менән таныша ала. Байегетовтар тирмәгә экскурсия үткәреп кенә ҡалмай, ә теләүселәргә унда йәшәү мөмкинселеге лә бирә. Шулай уҡ башҡорт милли кейемдәрендә фотоға төшөп, шунда уҡ фотоны эшләтеп алырға ла була. Ҡыҫҡаһы, биш тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күреүең яҡшы).
Б.Тимерғәлиевтың фотоларын һылтанма аша үтеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.ru/tan_gazite?z=album-13580677_310546216