Новости
12 Августа , 07:15

Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө

Ошо уңайҙан был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүсе ир-егеттәр район мәҙәниәт һарайы алдындағы стела янына йыйылды.

Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнөБөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө
Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө

Сәләмләү һәм ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ирек Шәмиғолов, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев сығыш яһаны. Олег Марс улы райондың Хәрби-һауа көстәре ғәскәрҙәре ойошмаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ойошмаларҙың береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Айрат Сәлихов, Наил Сафин, Дәүләткилде Акиев, Рәшит Ғәлләмовтарға “МХО-ға гуманитар ярҙамы өсөн” миҙалы тапшырылды. Бер төркөм Һауа флоты ветерандары БР ветерандар советының һәм район ветерандар советының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.


Хәрби-һауа көстәре көнө һауа флоты пилоттарының һәм авиация хеҙмәтендә эшләүселәрҙең профессиональ байрамын булдырыу маҡсатында ҡабул ителгән. Рәсәй 1910 йылда сит илдән хәрби самолеттар һатып алып, летчиктар уҡыта башлай. 1912 йылдың 12 авгусында Генераль штабтың баш идаралығында һауа часы ойошторола.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет осоусылары 4 миллионға яҡын хәрби осошо яһай, дошманға яҡынса 30,5 миллион бомба ташлана. Һауа һуғыштарында һәм аэродромдарҙа 55 меңгә яҡын фашист самолеты юҡ ителә. Ул осорҙа Хәрби һауа көстәрендә пилоттарҙың дөйөм һаны яҡынса 3 миллионға етә. Шуларҙың 2420-һе - Советтар Союзы Геройы. 65 пилот был исемгә ике тапҡыр лайыҡ булған. Улар араһында башҡорт батыры, летчик-штурмовик, гвардия полковнигы Муса Гәрәев та бар.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас