

Түләүҙе алыу өсөн мөһим шарттар:
-23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләү,
-Башҡортостанда өс йылдан кәм булмаған ваҡыт даими йәшәү,
-күп балалы ғаиләнең раҫланған статусы булыу.
Ғаиләлә опекаға һәм попечителлеккә алынған балалар булһа, улар ҙа ғаиләлә 3 йылдан артыҡ йәшәгән булырға тейеш.
Ярҙам сараһы «Ғаилә»милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ғаризаны Күп функциялы үҙәккә һәм Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә барып, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн бирергә мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн берҙәм бушлай номер: 8-800-100-00-01.
Фотола: райондың ишле ғаиләләренең береһе Фәхрийәновтар ғаиләһе