Новости
31 Июля , 18:03

Бейеү быуындарҙы берләштерҙе

Бөгөн район үҙәгендә “Самрау” халыҡ, “Ялҡын”, “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамблдәренең “Zа единство - Zа берҙәмлек” исемле ҙур концерты үтте. Һуңғы бер нисә йылда йәйге миҙгелдә бейеү ансамблдәренең ошондай концертын үткәреү матур йолаға әйләнде тиһәң дә була.

Бейеү быуындарҙы берләштерҙеБейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе

Районда бейеү сәнғәтен үҙ итеүсе һәләтле балалар бихисап. Уларҙа бейеүгә һөйөүҙе сәнғәт мәктәбенең хореография уҡытыусыһы Наилә Нурдәүләтова тәрбиәләй. Бейеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында мәктәпте тамамлап төрлө уҡыу йорттарында һөнәри белем алып йөрөүселәр ҙә, йәш ғаилә парҙары ла бар. Улар сәхнәне һыуытмай, тамашасыларҙы әленән-әле матур бейеүҙәр менән ҡыуандыралар.

Бөгөнгө концертта район халҡы күптән яратып өлгөргән “Бөрйән егеттәре”, “Колхоз йәштәре”, “Зарифа” кеүек данлыҡлы бейеүҙәр менән берлектә яңы бейеүҙәр ҙә тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Шулай уҡ Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына ҡарата төрлө милләт халыҡтарының бейеүҙәре башҡарылды. Концерт традиция буйынса "Гөлнәзирә" бейеүе менән тамамланды.

Матур тамаша тураһында тәьҫораттары менән оҙаҡ йылдар мәҙәниәт бүлеген етәкләүсе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева уртаҡлашты:

-Бөгөнгө концерт иҫ киткес матур һәм сағыу булды, үҙебеҙҙең егет-ҡыҙҙар өсөн ғорурланып ултырҙым.

Райондағы сәнғәт мәктәбендәге бейеү класының 30 йыллыҡ тарихы бар. Ул 1996 йылда асылды. Шунан алып сәнғәт мәктәбендә уҡып ҡулына танытма алған уҡыусыларҙы тарҡатмай, район мәҙәниәт һарайында бейеү ансамблдәре булдырып, бейеү сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалынды. Әлбиттә, был юҫыҡта ошо ансамблдәрҙе төрлө йылдарҙа етәкләүсе уҡытыусыларҙың, етәкселәрҙең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Бөгөнгө көндә лә бейеүселәр беҙҙең сәхнә йондоҙо булып балҡый, район ғына түгел, республика кимәлендә сығыш яһайҙар икән, тимәк, ваҡытында ныҡлы нигеҙ һалынған. Киләсәктә лә уларға уңыштар теләйем, - тине.

Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Бейеү быуындарҙы берләштерҙе
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас