

Эксперт әйтеүенсә, малайҙарға классик костюмды 7 меңгә, бер пар салбарҙы 1,8 меңға, кроссовканы 1 мең һумға, ә ҡыҙҙарға пиджак менән итәкте 1,3 меңгә, салбар һәм пиджакты 5,4 меңгә, күлдәкте 2 меңгә, бер пар салбарҙы 2,2 меңгә һәм кроссовканы 1,5 мең һумға табырға мөмкин.
Бынан тыш, уҡыусыларға спорт костюмы (3 мең), ике-өс блузка-күлдәк (3,9 мең), майка һәм шорты (550 һум), футболка (550 һум), күн туфли (3,1 мең), шулай уҡ рюкзак (2 меңдән 7 мең һумға тиклем) һәм канцелярия тауарҙары (яҡынса 5 мең һум) алырға тура киләсәк.
Брендлы йәки «премиум» әйберҙәрҙең дөйөм хаҡы бер бала өсөн 47-62 мең һумға етергә мөмкин.