

-Өйҙән бешеренеп алып килһәң дә етмәй. 7-8 төрлө ҡамыр аштары бешерәбеҙ. Көн дауамында ҡоймаҡ ҡойоп, мейестә башҡа ризыҡтарҙы ла бешереп алабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр мәмерйәгә ингәндә лә, сыҡҡанда ла туҡтап сәй эсәләр. Йыл һайын килеүселәр ҡоймаҡ ашап сығыр өсөн генә туҡтай. 20-30 кешенән торған төркөмдәрҙе лә ашатабыҙ. Ошо урында эшләүемә быйыл 20-се йыл, күптәр танып-белеп бөттөләр. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре лә, ваҡыт табып, йүгереп килеп сәй эсеп китәләр. Май айында эш башлайым, август-сентябргә тиклем торам. Көн һайын орсоҡ кеүек өйрөләбеҙ, бер минут та буш торорға ваҡыт ҡалмай. Утынын-һыуын ташып ҡына өлгөрт, - ти Сәмәрә апай.
Уның өҫтәлендә баһалама дәфтәре лә бар. Кафела туҡланыусылар “Бында иң тәмле ҡоймаҡ һәм сәй”, “Яҡты йөҙлө, мөләйем апайҙарға рәхмәт!”, “Кафела бик оҡшаны, ныҡ тәмле бешерәләр” тигәнерәк яҙыуҙар ҡалдырған. Эш кешеһе өсөн шунан да ҙурыраҡ баһа бармы икән?!
Кафела сәй эсеүсе Рәсимә һәм Ринат Ғәббәсовтар Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән. “Ял итергә сит илгә барыу йәки Бөрйәнгә килеү тураһында һорау тыуғас, был яҡты һайланыҡ. Балалар бәләкәй саҡта бер килгәйнек. Иң оҡшағаны - ҡырағай тәбиғәт. Персонал һәйбәт. Бына әле "Сәмәрәлә" кафеһында тәмләп сәй эсеп, ял итеп ултырабыҙ. Йәйәү мәмерйәгә килеп еткәнсе бөтә музейҙарға инеп, танышып сыҡтыҡ. Былай уҡ яҡшы тип уйламағайныҡ. Ялдан ныҡ ҡәнәғәт ҡалдыҡ”, - тиҙәр.