Новости
17 Июля , 12:11

«Тауарың сифатлы булһа...»

“Шүлгәнташ” ҡурсаулығына килгәс, “Урал батыр” эпосының китабын күрмәй ҡайтыу яҙыҡ булыр тип, Флүр ағай Ғазиндың магазинына юл тоттоҡ. Фоторәссам булғанғамы, әллә ошо өлкәлә етерлек тәжрибә туплағанғамы, уның магазины үҙенсәлеклерәк тә, зауыҡлыраҡ та тойола. Бигерәк тә матур аҫыл таштар күҙҙең яуын ала. Флүр ағай уларҙы эҙләп бөтә республиканы урап сыға, Миәс, Златоус, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларға барып етә икән. 

«Тауарың сифатлы булһа...»«Тауарың сифатлы булһа...»
«Тауарың сифатлы булһа...»

-Быйыл ҡурсаулыҡ биләмәһендә һатыу итеүемә 18 йыл. Йәйге осорҙа бында йәшәйем. Шуға ҡырҙан килеүселәрҙең күбеһе мине таный, белә. Үҙем дә уларҙың теләк-фиғелен өйрәнеп бөттөм – бер ҡарауҙан кешенең тауарҙы һатып алыу-алмауын асыҡлай алам.

Хәҙер туристар күбеһенсә ҡулдан эшләнгән сифатлы тауар һатып алырға теләй. Бөтә нәмәне бер үҙең етештереп бөтөү мөмкин түгел, шуға үҙемдең эштәрҙән тыш, башҡа оҫталарға ла мөрәжәғәт итеп, уларҙың ҡул эштәрен дә һатыуға сығарам. Мәҫәлән, ағас һауыттар Мәләүез яғынан, көмөш әйберҙәр – Төркиәнән. Һатҡан тауар сифатлы һәм етерлек кимәлдә булырға тейеш. Кеше менән нисек аралашыу ҙа мөһим роль уйнай. Ингән һәр береһенә тауарҙы кем, нимәнән, нисек эшләүен һөйләйем, файҙаһын аңлатам, мең төрлө һорауҙарына яуап бирәм. Матур итеп аңлатһаң, тауар туристың кеҫәһенә инеп тә ята. Тауарҙың сифаты шәп булһа, улар икенсе килгәндә лә һиңә инәсәк.

“Урал батыр” китабына килгәндә, һатылып бөтөп бара. Күбеһенсә урыҫтар алды, башҡорттар ҡарай ҙа сығып китә. Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ бит ул.

Бөгөнгө көндә бөтә нәмәне һатыуға сығарырға мөмкин. Ҡорт көтәһең икән, балын, балауыҙын, пергаһын, һеркәһен һат, һитә балы эшлә. Аҡса эшләү мөмкинлеге күп, тик был мөмкинлекте ҡулланыусылар әҙ. Донъяға матур ҡарарға кәрәк, шул саҡта йәшәүе лә еңелерәк, - ти Флүр Ғазин.

 

Фотола: Флүр ағай ейәне Искәндәр менән.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас