Новости
17 Июля , 07:04

Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән

6-17 июлдә Байназар ауылында Юрий Григорьев исемендәге Бөтә Рәсәй педагог-рәссамдар пленэры үтте. Унда Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында, Силәбе, Магнитогорск, Таганрог һәм башҡа тарафтарҙа сәнғәт мәктәптәрендә, училище, институттарҙа уҡытыусы 20-нән ашыу рәссам ҡатнашты. 17 июлдә Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда уларҙың эштәренән ҙур күргәҙмә ҡуйылды.      

Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенәнБөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән

-Картиналарҙы башлыса ауыл эсендә, тәбиғәткә сығып яҙҙыҡ. Автобус менән Мораҙым яғына ла алып барҙылар. Көн ямғырлы тороуға ҡарамаҫтан, унан да бик матур эштәр ҡайтты. Мораҙым яғы бик оҡшаны, бигерәк тә тәбиғәте, тауҙары иҫ киткес. Тағы ла ул ауылға барып эшләргә теләк бар, - ти пленэрҙың кураторы, Башҡортостан Рсепубликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Алексей Кузнецов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Рәмил Мостаев.

Рәссамдар үҙҙәре картиналар яҙып ҡына ҡалмаған, балаларға һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәткән. Дәрестәрҙә Байназар, Яуымбай, Ҡурғашлы, Мораҙым ауылдарынан 6-12 йәшлек 30-ҙан ашыу бала ҡатнашҡан.

Рәссам-уҡытыусыларҙың эштәрен ҡарарға ауыл халҡы бик теләп йыйылды. 

Күргәҙмә барышында пленэрҙы ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллинға, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиеваға, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлназ Ғәлләмоваға, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаевҡа Халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзының рәхмәт хаттары тапшырылды. Пленэрҙа ҡатнашыусы рәссамдар барыһы ла ҡатнашыусы сертификатына эйә булды. Иң яҡшы эш өсөн Ольга Пикалова, Юлиә Кузичкина, Ринат Шәрәфутдинов дипломдар менән бүләкләнде. Күп уҡытыусыларға йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үтеүҙәре тураһында таныҡлыҡ та бирелде.

Пленэрҙа ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре булдырған матур традицияһы ла бар – пленэр үткән районға һәр бер рәссам бер картинаһын бүләк итә. Был юлы ла шул йоланан тайпылмай, үҙҙәренең иң яҡшы эштәрен районға ҡалдырыуҙарын белдерҙеләр.    

Автор фотолары.

 

Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Бөрйән тәбиғәте – рәссамдар күҙлегенән
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас