Новости
16 Июля , 04:15

Эш урыны булдырыуға аҡса бүленә

Социаль фонд инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындары булдырыу һәм йыһазландырыу буйынса сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар бүлә.

Эш урыны булдырыуға аҡса бүленәЭш урыны булдырыуға аҡса бүленә
Эш урыны булдырыуға аҡса бүленә

Компенсациялар беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарының, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарының (ниндәй төркөм инвалиды булыуға ҡарамай) эш урындарын йыһазландырыу өсөн тәғәйенләнгән. Бер эш урыны булдырыу өсөн 200 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Субсидия “Кадрҙар” милли проектының (Национальный проект "Кадры") «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙең әүҙем саралары» федераль проекты сиктәрендә бүленә.

Дәүләт ярҙамын ҡорамалдар, техник ҡулайламалар, махсус мебель һатып алыу, монтажлау өсөн тотонорға була. Субсидияға дәғүә иткәндә төп шарт — граждан менән 9 айҙан да кәм булмаған хеҙмәт килешеүе  төҙөлөргә тейеш.

Уҙған йылда был мөмкинлек менән шәхси эшҡыуар И.Мырҙағолова файҙаланды. Уның тарафынан “видеокүҙәтеү операторы” вазифаһы булдырылып, яңы хеҙмәткәр өсөн заманса эш урыны йыһазландырылды. Һөҙөмтәлә Афған һуғышы хәрби хәрәкәттәре ветераны эш менән тәьмин ителде.

Дәүләттән финанс ярҙам алыу өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.  

Адресы : Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30. 8 347 55 3 53 74.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас