

Республикала «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы Һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә йәш үҫентеләрҙе тәрбиәләү маҡсатында планлы миҙгелле эштәр дауам итә. Бөгөнгө көндә агротехник тәрбиә 5,6 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелгән. Урмансылар ҡый үләндәрен сабыу, тупраҡты йомшартыу, шулай уҡ үҫентеләрҙе ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан профилаутикалау эштәрен башҡара.
- Ағас үҫентеләре ултыртыу - яңы урман булдырыу йәһәтенән башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә. Йәш үҫентеләргә тейешле тәрбиә биреү һәм уларға нығынырға ярҙам итеү күп көс талап итә. Ваҡытында агротехник тәрбиә биреү урман культураларының үҫеше өсөн бик мөһим. Милли проект сиктәрендә ҡырҡылған майҙандарҙы тергеҙеү, көслө урман үҫтереү йәһәтендә эштәр даими алып барыла, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.