Новости
13 Июля , 06:35

Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Бөгөн район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә район башлығы Рәмил Абдуллин Рәсәй почтаһы көнө уңайынан күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бер төркөм почта хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләндеПочта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттарына почтальондар - Тимер ауылынан Сөләймән Баязитов, Яңы Мөсәт ауылынан Алсу Дәүләтҡужина, Байназар ауылынан Айгөл Маликова, Байғаҙы ауылынан Әсҡәт Мәхмүтов, Рушания Һырлыбаева лайыҡ булды. Шулай уҡ Айнур Ваһаповҡа район тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм йәштәр көнөн ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.

-Район мәнфәғәтенә булған фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм, еңел булмаған һәм яуаплы эштәрендә артабан да уңыштар теләйем, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

 

Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас