Новости
9 Июля , 07:14

Кәбеҫтәләрҙе ҡоротҡостарҙан нисек һаҡларға?

Июль айы ҡоротҡостар менән көрәшеү айы. Ғәҙәттә, кәбеҫтәнең күсәне формалаша башлау менән ҡорт төшә. Улар менән көрәштә түбәндәге ысулдар ярҙам итер:

Кәбеҫтәләрҙе ҡоротҡостарҙан нисек һаҡларға?Кәбеҫтәләрҙе ҡоротҡостарҙан нисек һаҡларға?
Кәбеҫтәләрҙе ҡоротҡостарҙан нисек һаҡларға?
10 литр һыуға бер стакан 9 процентлы аш һеркәһе ҡойоп кәбеҫтәләргә һибергә мөмкин. Был кәбеҫтә күбәләгенә ҡаршы ҡулланыла.
Шулай уҡ 100-150 г һарымһаҡты 10 литр һыуға һалып бер тәүлек төнәтеү һәм бер аҙна дауамында кәбеҫтәләргә һибеп тороу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирер. 

Күп хужабикәләр һабын эретмәһен дә бик маҡтай. 200 грамм хужалыҡ һабынын бер биҙрә һыуҙа эретеп үҫентеләргә һибергә була. 

Кәбеҫтәләрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн улар эргәһенә бәрхәт, календула сәскәһе, укроп, мята, базилик, һарымһаҡ, һуған сәсергә кәрәк. Уларҙың хуш еҫе зарарлы бөжәктәрҙән аралай. 
Автор:
Читайте нас