Новости
9 Июля , 10:43

Башҡортостан компанияларын Ҡытайҙың төп күргәҙмәһенә саҡыралар

Ҡытай баҙары ҡиммәтле хаҡ ҡуйылған тауарға ҙур ихтыяж белдерә

Башҡортостан компанияларын Ҡытайҙың төп күргәҙмәһенә саҡыраларБашҡортостан компанияларын Ҡытайҙың төп күргәҙмәһенә саҡыралар
Башҡортостан компанияларын Ҡытайҙың төп күргәҙмәһенә саҡыралар

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы компанияларҙы “China International Import Expo (CIIE) 2026” Ҡытай дәүләт күп тармаҡлы күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыра.

Ҙур сара Шанхайҙа 2026 йылдың 5 – 10 ноябрендә үтәсәк һәм донъяның иң ҙур баҙарҙарының береһендә урындағы брендтарҙы танытыу өсөн идеаль платформаға әйләнәсәк, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

– Ҡытай баҙары ҡиммәтле хаҡ ҡуйылған тауарға ҙур ихтыяж белдерә. Башҡортостан экспортының 43,6 проценты  машиналар эшләүгә, 39,9 проценты — химпром һәм каучук продукцияһына, тағы 6,5 проценты аҙыҡ-түлеккә тура килә. Тап ошо тауарҙар хәҙер Ҡытай баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. CIIE – ла ҡатнашыу етештереүселәребеҙгә был күләмдәрҙе арттырырға ғына түгел, ә Ҡытайҙан килгән профессиональ байерҙар менән туранан-тура осрашырға ла мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Экспортерҙарға ярҙам итеү өсөн дәүләт берлектә финанслауҙың киң сараларын тәҡдим итә.

Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) ярҙамында компанияларға сығымдарҙы компенсациялау мөмкинлеге бар: майҙандарҙы ҡуртымға алыу өсөн 100 процентҡа тиклем, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн 80 процентҡа тиклем һәм стендтар төҙөү һәм өлгөләр килтереү өсөн эре бизнес өсөн 50 процентҡа тиклем. Дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге менән ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү асылған да инде.

Ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың 8 июленә тиклем ғариза бирергә кәрәк.

Фото сығанағы: pravitelstvorb.ru. 

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас