Новости
8 Июля , 10:34

"Әсәлек даны" миҙалдары тапшырылды

Бөгөн, “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө”ндә, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин республика Башлығының указына ярашлы күп бала тәрбиәләп үҫтергән 6 ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

"Әсәлек даны" миҙалдары тапшырылды"Әсәлек даны" миҙалдары тапшырылды
"Әсәлек даны" миҙалдары тапшырылды

Ғаилә институтын нығытыуға һәм балаларҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индергәндәре өсөн был миҙалға Иҫке Монасиптан Сөмбөл Баймырҙина, Килдеғолдан Римма Ғиләжева, Иҫке Собханғолдан Регина Кәримова, Иҫке Собханғолдан Фәүзиә Ҡунафина, Килдеғолдан Таңсулпан Сөләймәнова, Яңы Мөсәттән Раушания Хәсәнова лайыҡ булдылар.       

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас