Новости
6 Июль , 05:30

Хәүефһеҙ йәшәү рәүеше

"Ағиҙел" тәрбиәүи-һауыҡтырыу лагерында Бөрйән районы эске эштәр бүлексәһенең автоинспекция хеҙмәткәрҙәре – полицияның өлкән лейтенанты Ләйсән Алтыншина һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, капитан Әлфинә Билалова менән осрашыу үтте.

Хәүефһеҙ йәшәү рәүешеХәүефһеҙ йәшәү рәүеше
Хәүефһеҙ йәшәү рәүеше

Полиция хеҙмәткәрҙәре осрашыу барышында юлдағы именлек йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулы үтәүенән дә тороуын, шуның өсөн юл ҡағиҙәләрен белеү һәм үтәүҙең мөһимлеген аңлаттылар. Шулай уҡ ҡараңғы ваҡытта кейемгә яҡтылыҡты сағылдырыусы әйберҙәр тағыу, автокреслолар ҡулланыу, хәүефһеҙлек ҡайышын тағыу, тик махсус урындарҙа юл аша сығыу тураһында һөйләнеләр. Рөхсәтһеҙ мотоцикл, йә машинаның руль артына ултырған өсөн ниндәй яуаплылыҡтар ҡаралғанлығы хаҡында ла иҫкәртеү булды. Әңгәмә барышында полиция хеҙмәткәрҙәренә балалар һәм тәрбиәселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт белдерҙеләр.

Автор:
Читайте нас