Новости
6 Июля , 10:08

Ғаиләһе менән ярҙам итәләр

“Үҙем ут эсендә йөрөгәс, һалдаттарҙың хәлен яҡшы аңлайым”, - ти МХО-ға даими ярҙам итеүсе Алмаз Ғарифуллин.

Ғаиләһе менән ярҙам итәләрҒаиләһе менән ярҙам итәләр
Ғаиләһе менән ярҙам итәләр

Мәһәҙей егете 2003-2004 йылдарҙа Чечен республикаһында хеҙмәт иткән. Шуға ла МХО-лағы егеттәргә ярҙам итеүҙе үҙенең изге бурысы итеп һанай. Бөгөн ул ғаиләһе менән биш көрәк һәм уларға һап һатып алып килеп ҡалдырҙы. Быға тиклем дә мунса эшләүҙә әүҙем ҡатнашҡан, техникаларға запас частәр, тәгәрмәстәр алып биреп ебәргән.

-Гуманитар ылау йыйғанда үҙ өлөшөмдө индереп ҡалырға тырышам. Ҡатыным Диана һәм ике улым да был эштә бик ихлас ҡатнашалар. Кисә көрәк кәрәклеге тураһында интернетта йөрөгән бер списокта күреп ҡалғайным, шуға бөгөн район үҙәгенә килеп еттек, - ти ул.

Ил хәстәрен бергәләп күтәрешкән Ғарифуллиндар ғаиләһенә именлек, бәхет теләйбеҙ!

 

Һүрәттә: Илһам һәм Алмаз Ғарифуллиндар

Ғаиләһе менән ярҙам итәләр
Ғаиләһе менән ярҙам итәләр
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас