Новости
3 Июля , 06:03

Транспортты тәбиғи газға күсергән өсөн субсидиялар бүленә

Һуңғы ике айҙа автомашиналарға газ баллоны ҡорамалдарын ҡуйыу 35 процентҡа артҡан. Дәүләт авиация институты мәғлүмәттәре буйынса, йыл башына Рәсәйҙә газ менән йөрөүсе 2,3 миллион автомобиль теркәлгән. Ә Башҡортостанда ундай транспорттарҙың һаны - 1 миллион 700 меңдән ашыу. Уларҙың 3 меңгә яҡыны, шул иҫәптән 532 автобус тәбиғи газ менән эшләй.

Транспортты тәбиғи газға күсергән өсөн субсидиялар бүленәТранспортты тәбиғи газға күсергән өсөн субсидиялар бүленә
Транспортты тәбиғи газға күсергән өсөн субсидиялар бүленә

Йыл һайын экологик автомобилдәр һаны арта. Мәҫәлән, 2024 йыл менән сағыштырғанда, бындай машиналар 697-гә күбәйгән.Шул уҡ ваҡытта бөтә республика буйынса яғыулыҡ ҡойоу станциялары селтәре үҫешә. Уларҙа автомашиналарға газ-мотор яғыулығы тултырырға мөмкин. Бындай заправкалар Башҡортостанда - 72.


-Тәбиғи газды яғыулыҡ сифатында ҡулланыу экологик һәм экономик яҡтан бик әһәмиәтле. Шуға күрә республикала транспортты газ-мотор яғыулығына (метан) үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға субсидиялар бүленә башланы. Шуға ла автомобилдәрҙе газға үҙгәртеп ҡороу буйынса хеҙмәттәр арзаныраҡ буласаҡ, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.


Субсидиялар алыу өсөн шәхси эшҡыуарҙарға дәүләт финанс ярҙамы сараларын күрһәтеү порталы аша ғариза бирергә кәрәк. Ғаризалар август-сентябрь айҙарында, Башҡортостан Республикаһы транспорт министрлығы тарафынан һайлап алыуҙар иғлан иткәс ҡабул ителә башлай.

Автор:
Читайте нас