

Унда район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин резервистар - Фәйзән Ҡарағоловҡа һәм Маргиз Юлдашевҡа Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары, полковник М. Блажевичтың рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Фәнис Сәйәхов, Динар Аҙанғолов, Ирек Мөфтәхитдинов Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы үҙәк Советының рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.
Артабан сарала ҡатнашыусылар алдында район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, Афған хәрби хәрәкәттәр ветерандары советы ағзаһы Сәғит Алтынбаев, Махсус хәрби операция ветерандары ассоцияцияһы рәйесе Айбулат Ҡаһарманов, Бөрйән хәрби хәрәкәттәр ветерандар төркөмө рәйесе Рөстәм Ишбаев сығыш яһаны. Һәләк булған райондаштарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алғас, стелаға сәскәләр һалынды.