Новости
30 Июня , 08:42

67 студент дипломлы булды

З.Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалын быйыл 67 студент тамамланы. Диплом тапшырыу тантанаһына колледжды тамамлаусыларҙан тыш уларҙың ата-әсәләре, яҡындары йыйылды. Уҡыу йортоноң етәксеһе Луиза Яхина ҡотлап сығыш яһағас, студенттарға “Ағасты һырлап эшләүселәр”, “Ауыл хужалығы һәм производство мастеры” һәм “Автомобиль ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса мастер” һөнәрҙәре буйынса урта махсус һөнәри белем тураһында диплом, 11-енә “Ағасты һырлап эшләүсе” танытмаһы тапшырылды.

67 студент дипломлы булды67 студент дипломлы булды
67 студент дипломлы булды

Шулай уҡ түләүле өҫтәлмә курстарҙа уҡыусы студенттар ашнаҡсы, иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булыуҙары тураһында танытма алдылар. БР гостехнадзор буйынса дәүләт комитетының Бөрйән районындағы хеҙмәтенең баш инженер-инспекторы Салауат Ишморатов С,D,E категорияларына уҡыусы 12 студентҡа танытма тапшырҙы. 

Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса белгесе Рәсилә Иҫәнғужина колледж уҡытыусыларын район хакимиәте башлығының маҡтау ҡағыҙҙары, әүҙем уҡыусыларҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәре Айнур Ишниязов ойошма менән хеҙмәттәшлек итеүсе Ғайсар Әхмәтзәки улы Вәлиевҡа рәхмәт хаты, район ветерандар советы Олег Ғәлиев үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙәге өлөштәре, МХО-ға ярҙамдары өсөн Искәндәр Таиповҡа, Илназ Ишдәүләтовҡа, Инсаф Ғәлиуллинға почет грамоталары тапшырҙы.

 

Фотолар: 

https://vk.com/album-13580677_310218055

 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас