

Концепцияны БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Документта Ағиҙел (91 км), Ай (84 км), Йүрүҙән (44 км) һәм Һаҡмар (120 км) йылғалары буйлап дүрт пилот йүнәлеше һалынған. Улар өсөн буласаҡ инфраструктура өсөн участкалар һайлап алынған да инде.
Артабан кадастр эштәре, туҡталҡалар һәм кемпингтар төҙөү, шулай уҡ инструкторҙар әҙерләү ҡаралған. Маршруттарҙың хәүефһеҙлегенә һәм уңайлылығына айырым баҫым яһала, шул уҡ ваҡытта тәбиғәт мөхитен һаҡлап ҡалыу ҙа иғтибар үҙәгендә.