Новости
19 Мая , 04:48

“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, был юлы конкурстың муниципаль этабында 52 райондан 845 ауыл ҡатнашҡан.

“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды
“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Әйткәндәй, “Айыҡ ауыл” проекты федераль кимәлдә лә хуплау таба. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко үҙенең видеомөрәжәғәтендә:

-Милли проекттар һәм программалар халыҡ һанын һаҡлауға һәм арттырыуға ҡайтып ҡала. Проекттарҙың әһәмиәтлеген “Айыҡ ауыл” конкурсы миҫалында күрергә мөмкин. Башҡортостанда ошо конкурс үтә башлағандан алып спиртлы эсемлектәр ҡулланыусыларҙың һаны ҡырҡа кәмене. Был меңәрләгән ғаиләләрҙең, балаларҙың киләсәген һаҡлауҙың бер ысулы, - тине.  

Конкурстың еңеүселәренә дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды. Ғәҙелгәрәй ауылы еңеүселәр иҫәбендә булмаһа ла, Республика Башлығы ҡушыуы буйынса ауылда һыу үткәреләсәк.

“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды
“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды
“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды
“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:
Читайте нас