Škoda Octavia маркалы автомобиленә эйә булған Олег Марс улы ҙур шатлығы менән уртаҡлашып:
-Хөрмәтле ир-егеттәр - хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ир - уҙамандарыбыҙ! Мине ололап, хөрмәт итеп, "тимер ат"ҡа атландырыусы егеттәр! Һеҙгә шәхсән үҙемдең, ғаиләмдең һәм үҙем етәкләгән район ветарандар советы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай - ошо ғәмәлегеҙ менән һеҙ мине яңы эштәргә ҡанатландырҙығыҙ, хатта яуаплылыҡ өҫтәнегеҙ. Изге айҙағы изге эшегеҙҙең Аллаһы Тәғәлә сауаптарын насип итһен. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, иман байлығы, ҡыуаныс-бәрәкәт теләйем. Яу ҡырында ир-егетлек бурысын үтәп йөрөүселәргә тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын, тылда тир түгеүселәргә именлек-һаулыҡта эшләп йөрөргә, ә хаҡлы ялдағыларға оҙон-оҙаҡ йылдар пенсияларының мәнфәғәтен күрергә яҙһын.
Һеҙҙең ярҙам менән алынған машина яугирҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә, дөйөм алғанда, район халҡына хеҙмәт итеүҙе еңеләйтеүсе сара булһын, - тине.
Лайыҡлы кешене лайыҡлы баһалаған яугирҙарға афарин!