Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль , 17:10

Ғәйнислам ҡолонло булды!

Мораҙымдағы атһөйәр малайҙарҙы иҫләйһегеҙҙер?

Ғәйнислам ҡолонло булды!
Ғәйнислам ҡолонло булды!

Тайҙарын үҙҙәре өйрәтеп, бәйгегә әҙерләп, ат ярыштарында тәүге урындарҙы яулаған ағалы-ҡустылы Үтәбаевтарҙы хәҙер белмәгән кеше һирәктер. Аталары һәм ағайҙары Ғайса, Ғәлим кеүек үк, әле 5-тә генә уҡыусы Ғәйнисламға ла ат ене ҡағылған. Уҙған йылда Күҙәмбәт яланында үткән ат ярыштарында иң йәш ҡатнашыусы булған Ғәйнисламға ваҡытында райондың хакимиәт башлығы булып эшләп китеүсе Динир Әхмәтйәнов ҡолон бүләк итергә вәғәҙә биргәйне. Динир Әсғәт улы һүҙендә тороп ҡына ҡалманы, ә ҡолонды шәхсән үҙе алып килеп тапшырып та ҡайтты. Сос малай 8-9 айлыҡ ҡолондо өйрәтеп тә алған.

Ана, ҡалай текә ултырған була үҙе!     

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас