Новости
14 Август 2025, 06:04

Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Уҡыу йылы яҡынайыу менән баланы мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәттәре башланды. Һәр ата-әсә уҡыусы балаһына мәктәп формаһы, рюкзак, бер нисә төр аяҡ кейеме, спорт кейеме, канцелярия кәрәк-ярағы ала. Былтырғыһы ярар әле, тиһәң дә, йәй эсендә балалар үҫеп, оҙонайып китә. Етмәһә, кейемдәрҙең сифаты ла ике йылға етерлек түгел. Быйыл балаларҙы уҡыуға кейендереү күпмегә төшә?

Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Район үҙәгендәге баҙарҙа ҡыҙҙарҙың уҡыу формаһының хаҡы - 1700, алъяпҡыс – 1300, аҡ блузка 1000 һумдан башлана. Ә малайҙарға костюм-салбарҙы 2500-6000 һумға алырға мөмкин. Портфельдәрҙең хаҡы 1000 һумдан алып 1800 һумға тиклем. 12 битлек дәфтәрҙәрҙе - 8, ручкаларҙы - 10, көндәлекте 150 һумға алырға була.

Бөгөн баҙарҙа бик күп кенә эшҡыуарҙар тауарҙарын тәҡдим итә. Улар араһында үҙҙәре теккән кейемдәр менән һатыу итеүсе "Иголочка" ателье-магазины ла бар. Иҫке Собханғол мәктәбенә 1-се синыфҡа уҡырға барасаҡ Мәҙинә Ҡотлобаева тап уларҙа үҙенә кейем һайланы. Әтектән Фирүзә апай Алғазина ҡыҙы Илгизәгә портфель, башҡа кәрәк-яраҡтар алды.

Мәктәп йәрминкәләре бөгөндән тыш, 21 август һәм 25-31 августа үтәсәк.

Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас