Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
27 Ғинуар , 10:42

Бөрйәндәр батыр улы менән хушлашты

Тимер ауылы халҡы махсус хәрби операция яугире Дәүләтбирҙин Дим Рафиҡ улы менән хушлашты. Матәм сараһында уның яҡындары, ауылдаштары, рәсми вәкилдәр һәм башҡалар ҡатнашты.

Бөрйәндәр батыр улы менән хушлашты
Бөрйәндәр батыр улы менән хушлашты

Дәүләтбирҙин Дим Рафиҡ улы 1994 йылдың 30 майында Бөрйән районы Тимер ауылында тыуа.

Тимер мәктәбендә 9 класс белем алғандан һуң, 132-се һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә.

2016-2017 йылдарҙа Рәсәй ҡораллы көстәре сафында Чита ҡалаһында мотоуҡсылар часендә хеҙмәт итеп ҡайта. Себер тарафтарында вахта менән йөрөп эшләй.
2023 йылдың октябрь айында үҙ теләге менән Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юллана.
2023 йылдың 8 декабрендә батырҙарса һәләк була.

Мәрхүмдең бар яҡын кешеләренең ауыр хәсрәтен уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: