Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
16 Ғинуар , 15:31

Крещениела һыу инеү (купель) урыны билдәле булды

Кем купелдә сумып сыға, шул йыл буйы сәләмәт, теремек буласаҡ, гонаһтарын йыуасаҡ, тип иҫәпләнә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндәрҙә барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге һанала.

Крещениела һыу инеү (купель) урыны билдәле булды
Крещениела һыу инеү (купель) урыны билдәле булды

18-нән 19 ғинуарға ҡарай төндә православныйҙар йылдың төп сиркәү йолаларының береһе – Крещение Господне байрамын билдәләй. Күптәр өсөн был көндөң символы булып боҙло һыуҙа һыу инеү тора! Кем купелдә сумып сыға, шул йыл буйы сәләмәт, теремек буласаҡ, гонаһтарын йыуасаҡ, тип иҫәпләнә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндәрҙә барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге һанала.

Ошоға бәйле дини ғибәҙәт ҡылыу һәм крещение сумыуҙары өсөн Иҫке Собханғолда Ағиҙел йылғаһының түбән яғында махсус мәке әҙерләнгән.

Һыу инеү (купель) ваҡыты 18 ғинуар 23:00 сәғәттән алып 19 ғинуар 02:00 сәғәткә тиклем.

Һыу инеү урынында ҡотҡарыусылар, полиция һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре дежур итәсәк.

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә:

-ҡотҡарыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында махсус йыһазландырылған соҡорҙарға ғына сумығыҙ;

-һыуға һикермәгеҙ һәм тәрәнгә суммағыҙ;

-мәкегә таймаған аяҡ кейемендә килегеҙ;

-алкоголь ҡулланмағыҙ;

-һаулығығыҙ ныҡ булһа һәм бындай сынығыуҙарға әҙер булһағыҙ ғына мәкегә төшөгөҙ;

-ауырыуҙарығыҙ йәки һаулығығыҙ менән проблемаларығыҙ булһа, баш тартығыҙ.

-Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ!

Һаҡ булығыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!

Автор:
Читайте нас: