Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль , 11:23

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә түләүҙәр артты

Рәсәй хөкүмәте ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә түләүҙәр күләмен арттырҙы. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә түләүҙәр артты
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә түләүҙәр артты

Рәсәй хөкүмәте ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә түләүҙәр күләмен арттырҙы.

Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм теракттарҙа зыян күргән граждандарға финанс ярҙамы күләме 1,5 тапҡырға арттырыла. Артабан ул йыл һайын индексациялана. Ҡарар президент ҡушыуы буйынса ҡабул ителде.

Граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам 10 меңдән 15 мең һумға тиклем арта.

Беренсел кәрәк-яраҡты өлөшләтә юғалтҡанда ярҙам 50 меңдән 75 мең һумға тиклем арттырыла.

Тулыһынса юғалтҡан осраҡта иһә 100 меңдән 150 мең һумға тиклем.

Ғәҙәттән тыш хәл йәки теракт һөҙөмтәһендә һаулығына зыян килгән кешеләргә, шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған пособиелар индексациялана.

Һәләк булғандарҙың туғандарына түләүҙәр 1 миллиондан 1,5 миллион һумғаса арта.

Һаулыҡҡа уртаса йәки ауыр зыян килгән осраҡта түләүҙәр 400 меңдән 600 мең һумға тиклем арттырыла.

Сәләмәтлеккә еңелсә зыян килһә, сумма 200 меңдән 300 мең һумғаса еткерелә.

Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/

 

Автор:
Читайте нас: