Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль , 10:33

Сәитбаталовтарҙан ҙур ярҙам

Махсус хәрби операциялағы егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам йыйыу тураһында хәбәр таралғас та, изге эшкә ҡушылыусылар бихисап булды. Иҫке Собханғолдан Заһир һәм Зәлиә Сәитбаталовтарҙың ғаиләһе генә лә 15 меңлек ярҙам күрһәткән.  

Сәитбаталовтарҙан ҙур ярҙам
Сәитбаталовтарҙан ҙур ярҙам

Урындағы М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы хәбәр итеүенсә, егеттәргә бензобысҡы һәм бензогенератор кәрәк. Уларҙы һатып алыу өсөн аҡса йыйыу дауам итә. Гуманитар ярҙам бөгөн 16.00 сәғәткә тиклем район мәҙәниәт һарайында ҡабул ителә. 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: