Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар , 11:00

"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы һәм Ғаилә йылы сиктәрендә Байназар ауылында "Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте.

"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте
"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте

 Конкурстың төп маҡсаты - бала менән атай араһындағы мөнәсәбәтте нығытыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау. Бәйгелә Байназар, Килдеғол, Ҡурғашлы, Нәби, Әбделмәмбәт, Яуымбай, Иҫке Собханғол ауылдарынан 7 атай балалары менән ҡатнашты. Улар  иң беренсе үҙҙәре менән таныштырһа, артабан, бирелгән һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. "Быуындар аманаты" исемле конкурста атайҙар балаларына быуындарҙан күсеп килгән кәңәштәр, иҫтәлекле бүләк, йәки шәжәрәне мираҫ итеп тапшырҙылар. Һәр ваҡыттағыса, бәйгенең иң сағыу өлөшө ижади конкурс булды. Был этапта ғаиләләр йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Сараны "Еҙ үксә" өлгөлө бейеү ансамбле сағыу бейеүҙәре менән биҙәне, Т.Үтәғолов ҡурай моңдары бүләк итте. 

Гран-прины Иҫке Собханғол ауылынан Артур һәм ҡыҙы Лиана Һатыбаловтар яуланы. 

#Айыҡ_ауыл_Байназар

#Трезвое_село

"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте
"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте
"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте
"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте
"Атай һәм мин" район бәйгеһе үтте
Автор:
Читайте нас: