Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 18:00

Уҡырға саҡыралар

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы янғын һүндереү-техник профилле юғары белем биреү ойошмаларына 17-30 йәшлек егеттәрҙе уҡырға саҡыра.

Уҡырға саҡыралар
Уҡырға саҡыралар

Бюджет нигеҙендә уҡырға ингән егеттәр түбәндәге уҡыу йорттарында уҡырға мөмкин:

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ГПС академияһында (Мәскәү ҡалаһы) “Янғын хәүефһеҙлеге” һөнәренә,

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының РФ геройы Е.Н. Зиничев исемендәге Санкт-Петербург университетында “Хеҙмәт эшмәкәрлеге психологияһы” һөнәренә,

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал ГПС институтында (Екатеринбург ҡалаһы) “Техносфера хәүефһеҙлеге”, “Янғын хәүефһеҙлеге” һөнәрҙәренә.

Был юғары уҡыу йорттарына уҡырға инер өсөн рус теле, математика (профиль), абитуриент һайлауы буйынса физика/химия/информатика (һайланған һөнәргә ҡарап) берҙәм дәүләт имтихандары тапшырырға кәрәк.

 Уҡыу барышында курсанттарға ай һайын стипендия түләнә, юл йөрөү сығымдары ҡаплана һәм курсанттар бушлай йәшәү, туҡланыу, кейем-һалым менән тәьмин ителә.

 Уҡыған һәм янғын һүндереү бүлегендә хеҙмәт иткән осорҙарында хәрби хеҙмәткә саҡырылыуҙан кисектереү бар.

 Уҡыу тамамлағандан һуң сығарылыш уҡыусыларына «Эске хеҙмәт лейтенанты»  званиеһы бирелә, эшкә урынлашыу гарантиялана.

Автор:
Читайте нас: