-4 °С
Ҡар
Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп яҡташыбыҙ, Мораҙым ауылы егете Юлдаш Моратшин проекттың бишенсе сезонында еңеүсе итеп билдәләнде һәм уға бүләккә башҡорт тоҡомло ат тапшырылды.
Быйыл реалити-шоуҙың бишенсе сезонына эләгеү өсөн кастингта йөҙҙән ашыу егет ҡатнашҡайны. Улар араһынан иң лайыҡлы ете егет һайлап алынды.
Телепроект мәҙәни традицияларҙы, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм пропагандалауға, шулай уҡ йәштәрҙә илһөйәрлек рухы, тыуған ергә һәм телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Тапшырыуҙың финалын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары яңы йыл төнөндә ҡарай ала.
Фото еңеүсенең шәхси битләүенән алынды