+1 °С
Ҡар
Конкурсҡа йәмғеһе 648 проект тәҡдим ителгән. Ә финалда Рәсәйҙең 59 төбәгенән 327 проект һәм Беларуссиянан 7 проект ҡатнаша. Шулар араһынан баһалама ағзалары "Шүлгәнташ"ты Ваҡиғалар турын үткәреү өсөн иң яҡшы музей-күргәҙмә комплексы тип тапты. Ә “Иң яҡшы этномәҙәни ваҡиға” номинацияһында тәҡдим ителгән «Шүлгән-fest» байрамы 3-сө урынды яуланы. Ҡотлайбыҙ!
Әйткәндәй, "Шүлгәнташ" музей комплексының асылыуы Рәсәй картаһында Морат туғайҙың айырым туристик урын булып билдәләнеүенә булышлыҡ иткән.