Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2023, 10:43

Яҡташыбыҙға маҡтаулы исем бирелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡташыбыҙ Азат Ғәбитовҡа ғилми-педагогик эшмәкәрлектәге, квалификациялы белгестәр әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем тапшырҙы.

Яҡташыбыҙға маҡтаулы исем бирелде
Яҡташыбыҙға маҡтаулы исем бирелде
Ғәбитов Азат Исмәғил улы — Өфө дәүләт нефть техник университетының «Төҙөлөш ҡоролмалар» кафедраһы профессоры. Яҡташыбыҙ - Бөрйән районынан сыҡҡан беренсе техник фәндәр докторы, профессор, Кембридж университеты тарафынан 2005 йылда сығарылған китапта XXI быуаттың иң булдыҡлы ике мең интеллектуалы иҫәбенә индерелгән. 
 
Фото http://www.anrb.ru сайтынан алынды
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: