Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2023, 11:49

2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде

Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был турала указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылды.

2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде
2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде

Ҡарар ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында  ҡабул ителде. Бынан тыш, Рәсәй президенты 27 декабргә тиклем Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға, уның составын раҫларға һәм исемле йылды үткәреү буйынса төп сараларҙы финанслау сығымдарын билдәләргә ҡушты. Ойоштороу комитеты рәйесе итеп Вице-премьер Татьяна Голикова тәғәйенләнде.

Әйткәндәй, Ғаилә йылы беренсе тапҡыр 2008 йылда үткәйне.  

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: