-28 °С
Болотло
- Ветерандар аллеяһында ҡороған ағастарҙы алып ташлап, яңыһын ултыртырға ине иҫәп. Әтеү, ҡайһылары ҡороп, аллеяны йәмһеҙләп ултыра, - ти ул.
Барып туҡтағас, был эште фотоға төшөрмәйенсә китә алманым.
Олег Марс улы шылтыратыу менән “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ҡыҙҙары килеп етте. Тиҙ арала аллеялағы ҡороған ағастарҙы ҡаҙып алып, яңыларын ултыртып та ҡуйҙылар. Ямғыр яуып торһа ла, изге эш эшләүселәрҙең күңелдәре көр, кәйефтәре шәп.
Алла бойорһа, яңы үҫентеләр ҡаһарман ветерандарыбыҙҙың рухтарын ҡыуандырып ҙур булып үҫеп китерҙәр, аллея иһә киләһе быуынға олатай-өләсәйҙәренең батырлыҡтарын оноторға бирмәҫ, улар үҫеп киткән шыршылар кеүек, “Беҙ - батыр башҡорт тоҡомдары”, - тип үҙ еребеҙҙә ғорур баҫып йөрөрҙәр.