Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2023, 12:30

Мутлашыусылар аҡса сығарыу өсөн республика халҡын нисек ышандыра, кем ул дропперҙар һәм уларға нимә янай

Мутлашыусылар аҡса сығарыу өсөн республика халҡын нисек ышандыра, кем ул дропперҙар һәм уларға нимә янай - Башҡортостан буйынса Милли банк белгестәре аңлата.

Кешеләрҙе енәйәти схемаларға йәлеп итеү осраҡтары йышайҙы - аферистар тиҙ арала еңел аҡса эшләргә тәҡдим итә. «Эшсе»нән бары тик банк картаһы йәки сим-карта юллау ғына талап ителә. Бындай хәбәрҙәр башлыса интернетта, ҡағиҙә булараҡ, телеграм-каналдарҙа сыға. Әммә һуңғы ваҡытта яуыз ниәтле кешеләр йышыраҡ урамда ошондай иғландар йәбештерә - һеҙҙең картаны «ҡиммәткә» һатып алырға тәҡдим итәләр.

Был уларға ни өсөн кәрәк? Мутлашыусылар алданған кешеләр иҫәбенә урлаған аҡсаһын күсерә һәм сығарып ала. Ә банкта иҫәп асҡан, карта юллап алған һәм уны өсөнсө кешеләргә файҙаланыуға тапшырған йәки урланған аҡса транзиты өсөн үҙенең иҫәбен ҡулланған кеше енәйәти эшмәкәрлектә ҡатнашҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Ул аралашсы функцияһын үтәй. Ундайҙарҙы дроппер тип тә атайҙар.

Йыш ҡына уҡыусылар һәм студенттар еңел килемдең ҙур финанс юғалтыуҙарға, хатта енәйәт яуаплылығына килтереүе хаҡында уйлап та тормай дроппер булып китә. Ләкин язаға тарттырылмаясағына ышанған һәм быға күрәләтә күҙ йомған кешеләр ҙә бар.

🔴 «Банк картаһын һәм сим-карталарҙы өсөнсө кешеләргә биреу уларҙың хужаларын яуаплылыҡтан азат итмәй. Ә билдәле бер хаҡ өсөн аңлы рәүештә картаны икенсе кешегә биреү хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан енәйәти юл менән ҡулға төшөрөлгән аҡсаны иҫәптән сығарыуҙа ҡатнашыу йәки башҡа төрлө енәйәт булараҡ ҡаралырға мөмкин. Тиҙ арала еңел аҡса эшләү теләгенең енәйәткә алып барып еткереүе бар. Дроппер - енәйәтселәр төркөмөнөң түбән звеноһы, хоҡуҡ һаҡсылары тәү сиратта тап уларҙы фаш итә», - тип аңлата Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығының бүлек етәксеһе Марат Ғөзәйеров.

Иҫәп-хисап картаһын законһыҙ ҡулланған өсөн дропперҙарҙы РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһы буйынса язаға тарттырыуҙары ихтимал. Закон статьяһы 1 миллион һумға тиклем штраф һалыуҙы йәки ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы «Мутлашыу» статьяһы буйынса ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре бар, сөнки РФ Гражданлыҡ кодексының 1102-се статьяһы нигеҙләнмәгән эш хаҡын кире ҡайтарырға ҡуша.

🔴 «Банктарға Рәсәй Банкының клиент ризалығынан тыш аҡса күсереү тураһындағы мәғлүмәттәр базаһына индерелгән кешеләргә иҫәп менән дистанцион эш итеүҙе туҡтатырға тәҡдим ителде. 2024 йылдан ошондай закон үҙ көсөнә инәсәк», - тип аңлата Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы урынбаҫары Наил Ғәбиҙуллин.

Әгәр ҡасан да булһа баҫым аҫтында мутлашыусыларға банк картаһын йәки сим-картағыҙҙы, паролдәрегеҙҙе, банк иҫәптәренә, электрон янсыҡҡа йәки мобиль банкҡа инеү өсөн кодтарығыҙҙы биргән булһағыҙ, был картағыҙҙы йәки иҫәбегеҙҙе теләгән ысул менән (шәхси кабинет йәки банк офисы йәиһә элемтә операторы аша) ябырға кәрәк. Уяу булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
" frameborder="0" allow="accelerometer; autoplay; clipboard-write; encrypted-media; gyroscope; picture-in-picture" allowfullscreen>
Автор:
Читайте нас: