Ғаризала:
– кредит ойошмаһының атамаһын һәм БИК,
– иҫәбегеҙҙең номеры күрһәтергә кәрәк.
Иғтибар итегеҙ, был мөһим:
берҙәм пособие алыр өсөн «Мир» картаһы булырға тейеш;
картаның түгел, ә иҫәптең һандарын күрһәтергә кәрәк;
пособие билдәләнгәндән һуң ғына уларҙы алмаштырырға һәм пособие алыу ысулын үҙгәртергә мөмкин.
Балалар пособиеһы тәғәйенләү даталары тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән яҙмала.
Шулай уҡ түбәндәгеләр менән танышығыҙ:
Балаға берҙәм пособие менән бергә башҡа «балалар» түләүҙәрен алырға мөмкинме?
Балаларға билдәләнгән ниндәй түләүҙәрҙе оҙайтырға кәрәк?
Берҙәм пособиены нисә йәшкә тиклем түләйҙәр?
Үҙмәшғүл ата-әсәләр балалар өсөн берҙәм пособие юллай аламы?
Берҙәм пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләре чат-ботта йыйылған: https://vk.cc/cpJGxT
Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (800) 1-00000-1 телефоны аша бирергә йәки Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://vk.cc/cleqKt
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан