+11 °С
Болотло
Ағиҙелдең Мөжәүир мәсетебеҙҙә Мәүлит кисен үткәреп ҡайттыҡ. Икенде намаҙын уҡып, бәйғәмбәребеҙҙең тормошона байҡау яһап, салауаттар әйттек, алабыҙ Әҙәм, әсәһе Һауаның, Ергә килеп киткән барлыҡ бәйғәмбәрҙәрҙең, һөйөклө Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең, шулай уҡ Салауат, Юлай батырҙарыбыҙҙың, ихтилалда ҡатнашып һәләк булған, яндырылған, әсирлеккә эләккән һәр ватандашыбыҙың рухына бағышлап аят уҡыныҡ. Шунан тәмләп-тәмләп сәй эстек. Байрамды алып барған Самат хәҙерәтебеҙгә, байрамға килгән ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! Сауаптары насип булып, киләһе Мәүлид байрамдарын да шулай бергә-бергә үткәрергә яҙһын, әмин!