Новости
12 Августа 2023, 08:39

Республиканың "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә башҡорт атына патент тапшырылды

Роспатент етәксеһе Юрий Зубов документты тапшырыу өсөн махсус рәүештә республиканың Баймаҡ районына ат байрамына килде.

Республиканың "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә башҡорт атына патент тапшырылдыРеспубликаның "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә башҡорт атына патент тапшырылды
Республиканың "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә башҡорт атына патент тапшырылды

Таныҡлыҡ алыу башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Юрий Зубов, интелектуаль милек буйынса хеҙмәт патентын тапшырып, Башҡортостан башлығын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотланы. Ул бының тоҡомсолоҡ эше үҫешенә, шулай уҡ республикала туризмға этәргес бирәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

РФ Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова яҡташтарын шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы, һәм, был эштең Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һуңғы бер нисә йылда алып барылыуы хаҡында һөйләне.

БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Башҡортостанда башҡорт атының фәнни - тикшеренеү институты булдырыласағы һәм генетик тикшеренеүҙәр өҫтөндә эшләйәсәге хаҡында һөйләне.

Молодёжная газета

 

Автор:
Читайте нас