Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2022, 10:41

«Бурыслы» операцияһы үтә

Бөрйән районы биләмәһендә 16 марттан 24 мартҡа тиклем “Бурыслы” операцияһы үтә. 

«Бурыслы» операцияһы үтә
«Бурыслы» операцияһы үтә

Язаның ҡотолғоһоҙлоҡ принцибын тәьмин итеү һәм йәмғиәт тәртибен һаҡлау өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф һалыу тураһында ҡарарҙарҙы үтәү буйынса эште көсәйтеү маҡсатында, суд приставтары хеҙмәтенең территориаль бүлегеменән бергә Бөрйән районы биләмәһендә 16 марттан 24 мартҡа тиклем “Бурыслы” операцияһы үтә.

Сараның төп маҡсаты– административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн түләнмәгән штрафтарҙы юллау.

Законлы көсөнә ингәндән алып 60 көн дауамында штраф түләнмәгән осраҡта гражданин РФ КоАП-ының 20.25 статьяһының 1-се бүлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уның өсөн штрафтың күләмен икеләтә арттырыу йәки 15 тәүлеккә административ ҡулға алыу рәүешендә яуаплылыҡ ҡаралған.

Шулай уҡ ҡадминистратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ҡарарҙар штрафтарҙы мәжбүри рәүештә түләттереүөсөн суд приставтарына, пенсия фондына, эш урыныбуйынса йүнәлтелә.

Граждандарҙы административ штрафтарын түләү ваҡытын һуҙмаҫҡа һәм штрафты түләүҙе раҫлаған квитанцияларын Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы бүлексәһенә алып килергә саҡырабыҙ.

Л.Хоҙайназаров, РФ Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе начальнигы,полиция подполковнигы.

Фото: https://tuvest.ru/ 

Автор:
Читайте нас: