Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2021, 00:22

Владимир Путин Өфөнөң 450 йыллығына өҫтәмә финанслау бүлергә вәғәҙә итте

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина Рәсәй президенты Владимир Путинға 2024 йылда юбилей уңайынан республиканың баш ҡалаһын финанслау тураһында һорау бирҙе.

Владимир Путин Өфөнөң 450 йыллығына өҫтәмә финанслау бүлергә вәғәҙә итте
Владимир Путин Өфөнөң 450 йыллығына өҫтәмә финанслау бүлергә вәғәҙә итте

«Саҡырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Килергә тырышырмын. Республика етәкселеге менән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләрбеҙ. Бында өҫтәмә ресурстар кәрәкмәй, былай ҙа инфраструктураны, юл, социаль өлкәне, мәҙәниәтте үҫтереүгә бүленгән ресурстарҙы файҙаланырға һәм Өфө юбилейҙы лайыҡлы, матур итеп үткәрһен өсөн дөрөҫ бүлергә йәки яңынан бүлергә кәрәк, сөнки ул быға лайыҡ. Өҫтәмә финанслау кәрәк булһа, тағы аҡса бүлербеҙ», - тип яуапланы президент.

Гөлназ Хәйбуллина президенттан Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеү мөмкинлеге тураһында ла һораны, сөнки ҡала «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән дан тота. «Салауат Юлаев» - шәп команда. Донъя чемпионатына килгәндә, хәҙер яуап бирергә әҙер түгелмен. Был хаҡта уйларбыҙ», - тине Владимир Путин.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас: