Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2021, 09:40

Рәсәйҙә пенсияны арттырыуҙы дауам итербеҙ — Путин

Властар 2022 һәм 2023-2024 йылдарҙа рәсәйҙәрҙең пенсияһын арттырыуҙы дауам итер, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә.

«Ошондай индексация өсөн бюджетҡа аҡса һалынған. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдары: Эске эштәр министрлығы, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте, Федераль таможня хеҙмәте, Росгвардия хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡаларҙы аҡса менән тәьмин итеүҙе арттырыу буйынса ҡарар ҡабул ителгән», — тип хәбәр итте РИА Новости, дәүләт башлығының һүҙҙәренә һылтанма менән.

Уҙған аҙнала хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков киләһе йылда страховкаһы пенсияһы — 5,9 процентҡа, социаль пенсия 7,7 процентҡа арттырыласағын хәбәр итте.

Шулай итеп, эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсияһы 2022 йылда — 18 521 һум, 2023 йылда — 19 477, 2024 йылда иһә 20 469 һум була.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2021 йылдың 1 июленә Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме 15 320 һумдан артҡан. Был былтырғы менән сағыштырғанда 826 һумға күберәк.

Ошо уҡ ваҡытта республикала хаҡлы ялдағыларҙың һаны 1,192 миллиондан 1,159 миллионға тиклем кәмегән.

Рәсәйҙә пенсияны арттырыуҙы дауам итербеҙ — Путин
Рәсәйҙә пенсияны арттырыуҙы дауам итербеҙ — Путин
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: