Новости
22 Сентября 2021, 11:58

Башҡортостан Республикаһының 12 районында дистанцион уҡытыу ойошторола

22-23 сентябрҙән Башҡортостандың 12 районында - Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш, Яңауыл райондарында  уҡыусылар өсөн 14 көнгә дистанцион уҡытыу режимы ойошторола.

Башҡортостан Республикаһының 12 районында дистанцион уҡытыу ойошторолаБашҡортостан Республикаһының 12 районында дистанцион уҡытыу ойошторола
Башҡортостан Республикаһының 12 районында дистанцион уҡытыу ойошторола

22-23 сентябрҙән Башҡортостандың 12 районында - Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш, Яңауыл райондарында  уҡыусылар өсөн 14 көнгә дистанцион уҡытыу режимы ойошторола.

Был осорҙа льготалы категорияға ҡараған 5-8 һәм 10 класс  уҡыусылары өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бирелә.

Ошо класс  уҡыусыларын дистанцион уҡытыуға күсереү тураһындағы ҡарарҙы мәктәптәрҙәге санитар-эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороу буйынса муниципаль оператив штаб ҡабул итә.

https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/395817/ 

Автор:
Читайте нас