Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 09:05

ӨЙ ШАРТТАРЫНДА ҺАЙЛАУСЫЛАР АРТА!

Комиссия рәйесе Шәрипов Сатвал Ғәлләмитдин улы белдереүенсә, күпселек халыҡ төшкә ҡарай һайлауға килә, көндөң тәүге өлөшөндә иһә ял итәләр. Өйҙән һайлаусылар ҙа юҡ түгел.

ӨЙ ШАРТТАРЫНДА ҺАЙЛАУСЫЛАР АРТА!
ӨЙ ШАРТТАРЫНДА ҺАЙЛАУСЫЛАР АРТА!
1633-сө Ҡурғашлы һайлау участкаһында бөтәһе 199 һайлаусы иҫәптә тора. Был исемлектән әле иллеләгән кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Комиссия рәйесе Шәрипов Сатвал Ғәлләмитдин улы белдереүенсә, күпселек халыҡ төшкә ҡарай һайлауға килә, көндөң тәүге өлөшөндә иһә ял итәләр. Өйҙән һайлаусылар ҙа юҡ түгел. Комиссия ағзалары кисә 7, бөгөн иһә 15 кешенең өйөнә барып һайлатҡан.

Комиссия рәйесе урынбаҫары Мырҙағолова Роза Вәлит ҡыҙы әйтеүенсә, өй шарттарында һайлау өсөн сәғәт икегә тиклем телефон шылтыратыуҙары ҡабул ителә. Төҙөлгән исемлек буйынса мөрәжәғәт итеүселәрҙең өйҙәренә йөрөп сығыла. Был исемлектә Әхмәтова Гөлнара апай ҙа бар. Ул ауырыу сәбәпле һайлау участкаһына килә алмаған. «Ҡайһылайтып ҡына барырмын тип уйлағайным, комиссия ағзалары үҙҙәре килде, уларға ҙур рәхмәт », - ти ул.
 
ӨЙ ШАРТТАРЫНДА ҺАЙЛАУСЫЛАР АРТА!
ӨЙ ШАРТТАРЫНДА ҺАЙЛАУСЫЛАР АРТА!
ӨЙ ШАРТТАРЫНДА ҺАЙЛАУСЫЛАР АРТА!
ӨЙ ШАРТТАРЫНДА ҺАЙЛАУСЫЛАР АРТА!
Автор:Айгиз Буранғолов
Читайте нас: